Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар06.05.2026

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда билдәле дәүләт эшмәкәре һәм республика парламенты рәйесе Константин Борисович Толкачев менән хушлашыу тантанаһы башланды. Бәхилләшергә теләүселәр иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40 адресы буйынса килә ала.

Матәм сараһы 11:00 сәғәттә башлана.

Константин Толкачевты юғары вазифалы кешеләр ҡатнашлығында рәсми тантана һәм тулы хәрби хөрмәт менән ерләйәсәктәр.

Тантананың видеотрансляцияһын Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең төркөмөндә онлайн ҡарарға мөмкин.

Бынан алда Башинформ хәбәр иткәнсә, оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты ауырыуҙан һуң Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв 74-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Башҡортостан Башлығы указы менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесен ерләүҙе ойоштороу буйынса дәүләт комиссияһы ойошторолдо. Комиссия составына 11 вазифалы кеше инә, комиссияны БР Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев етәкләй. Шулай уҡ комиссия составында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов һәм Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Кожевников бар.



Вернуться назад