Теркәү иртәгә, 6 майҙа, тамамлана.

Быйыл Өфөлә һәм республика ҡалаларында «Үлемһеҙ полк» акцияһы үткәрелмәй. Хәүефһеҙлек өсөн акция тулыһынса онлайн-форматҡа һәм башҡа формаларға күсерелде, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика халҡын онлайн-йөрөштә ҡатнашырға саҡырҙы.
Акция 9 майҙа урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә 2026.polkrf.ru сайтында башлана. Әммә акцияға теркәү иртәгә, 6 майҙа, тамамлана, сөнки модераторҙар тапшырылған ғаризаларҙы тикшереп өлгөрөргә тейеш.
Ғаризаны 2026.polkrf.ru сайтында, ВКонтакте; Одноклассники; МАКС ҡушымталарында бирергә мөмкин.
«Геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау, уны киләһе быуындарға тапшырыу – беҙҙең изге бурыс. «Үлемһеҙ полк» — Ватанды һаҡлаусылар алдында түбәнселек менән баш эйеү өсөн тағы бер мөмкинлек. Ҡушылығыҙ», — тине Радий Хәбиров.