12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Башҡортостанда ҡабанға йәйге һунар миҙгеле 1 июндә башлана һәм 31 июлгә тиклем дауам итә, тип хәбәр иттеләр тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһынан.
Дөйөм һунарсылыҡ биләмәләрендә һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы алыу өсөн ғаризаны Башҡортостандың Экология министрлығында, күп функциялы үҙәктәр, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша тапшырырға мөмкин.
Беркетелгән һунарсылыҡ биләмәләрендә һунар итеү өсөн ғариза ошо биләмә өсөн яуаплы булған һунарсылыҡ хужалығын алып барыусыға бирелә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, республикала ҡабандарҙың һаны кәмей, ә бүреләр, төлкөләр күбәйә, шуға күрә уларҙы аулаған һунарсыларға 50 мең һумға тиклем аҡса түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.