Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

24 майҙан SCAT авиакомпанияһы эре туроператорҙар менән Өфөнән Аҡтауға (Ҡаҙағстан) тура рейс асырға әҙерләнә. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Рейс йәкшәмбе көндәрендә Boeing-737-300 самолеттарында башҡарыла. Осоу ваҡыты - 2 сәғәт 5 минут.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «РусЛайн» авиакомпанияһы Өфөнән Сухумға яңы тура рейс аса. Өфөнән тәүге осош – 7 майҙа.