Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр барған төбәктәрҙә яраланыу, контузия, имгәнеү йәки ауырыу сәбәпле инвалид булып ҡалған ветерандарға бирелә.

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм һуғыш инвалидтарына 9 май уңайынан 10 мең һум аҡса күсерҙе. Республикала йәшәгән 68 ветеран түләү алды, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр барған төбәктәрҙә яраланыу, контузия, имгәнеү йәки ауырыу сәбәпле инвалид булып ҡалған ветерандарға бирелә.
Әлеге аҡса Бөйөк Ватан һуғышы барышында хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан, ғәмәлдәге армияның хәрби частарында һәм дошман тылында йәки сит ил дәүләттәре биләмәләрендә махсус заданиелар үтәгән өсөн дә түләнә.