Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле.

«Өфө» аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы тураһында иҫкәртте. Аэропорттың рәсми сайтында «Өфө» аэропортында һауа киңлеген файҙаланыуҙы сикләүгә бәйле рейстарҙың тотҡарланыу ихтималлығы хаҡында мәғлүмәт баҫылған.
«Аэропортҡа барыр алдынан аэропорттың онлайн-таблоһында һәм авиакомпаниялар вәкиллектәренең телефон номерҙары буйынса рейстың статусын асыҡлауҙы һорайбыҙ», — тиелә белдереүҙә.
Онлайн-таблоға ҡарағанда, әлеге ваҡытта Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Сочиҙан рейстар тотҡарлана.