Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә04.05.2026

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Фото: видеонан скрин | Әлиә Төхвәтуллина

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин һәм уның ҡатыны – йырсы Әлиә Төхвәтуллина йәнә атай-әсәй булырға йыйына. Йондоҙло пар икенсегә малай көтә. Был турала Әлиә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Әле Төхвәтуллиндарҙың ике йәшлек Әлим исемле улдары үҫеп килә.

«Бының өсөн ҙур байрам ойошторманыҡ. Видео аша ата-әсәйҙәргә шылтыраттыҡ та баланың енесен белдек. Интернеттағы бөтә таблицалар һәм календарҙар малай буласағын күрһәтте. Ә яҙылыусыларҙың 90% ҡыҙыҡай була, тигәйне. Хәҙер барыһы ла белде», — тип яҙҙы Әлиә Төхвәтуллина.



Вернуться назад