Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла04.05.2026

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһында «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйырға тигән күрһәтмә бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ғинуарында ҡала маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был исем илдең халҡы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индергән, тылда хәрби һәм граждандар производстволарында эшләгән, шул уҡ ваҡытта фиҙакәрлек һәм хеҙмәт батырлығы күрһәткән ҡалаларына бирелә. 

«Хәҙер стела ҡуйыу бурысы тора. Процедуралар башланған. Халыҡ стела ҡуйыу өсөн урын һайлаған», — тине Радий Хәбиров бөгөн республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» стела ҡуйыу варианттары хаҡында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад