Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған04.05.2026

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән уртаҡлаштылар.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Апрель айында медицина учреждениеһында 888 сабый (447 ҡыҙ һәм 411 малай) донъяға килгән.

Ә 24 игеҙәктең 10 пары – малайҙар, 8 пары – ҡыҙҙар. Шулай уҡ 6 «батша игеҙәктәре» (ҡыҙыҡай+малай) тыуған.

Иң ҙур баланың ауырлығы – 5 240 грамм, ә иң бәләкәйенең 680 грамм тәшкил иткән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре тураһында яҙғайны.

Республикала балалы ғаиләләргә ярҙам хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.





Вернуться назад