Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта04.05.2026

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Синоптиктар фаразы буйынса, киләһе көндәрҙә республика халҡын үҙгәреүсән һауа торошо көтә.

Бөгөн, 4 майҙа, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ +13, +18°.

Шишәмбе, 5 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көньяҡта +10°, көндөҙ +15, +20°.

Шаршамбы, 6 майҙа, бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан, талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы +6, +11°, көндөҙ +17, +22°.



Вернуться назад