Ул 12 июнгә тиклем дауам итә.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, йыл башынан республикала 1700-гә яҡын янғын сыҡҡан, утта 70-тән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. 55 гектар майҙанда 6 урман янғыны, шулай уҡ 178 гектарҙан ашыу майҙанда кипкән үлән яныуҙың 104 осрағы теркәлгән.
«Шуға күрә әле усаҡ яғыу, сүп-сар һәм ҡоро үлән үртәү тыйыла. Законды боҙған өсөн ҙур штраф янай, һәм мин быны дөрөҫ тип иҫәпләйем. Әгәр кемдеңдер вайымһыҙлығы арҡаһында бәлә була ҡалһа, уны енәйәт яуаплылығы көтә. Барығыҙҙы ла быға етди ҡарауығыҙҙы һорайым. Шашлыҡты мангалда ғына ҡыҙҙырабыҙ. Тәмәке төпсөктәре ташламайбыҙ. Үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен, сит йорттарҙы, урманды хәүеф аҫтына ҡуйырға ярамай, — тип билдәләне Андрей Назаров. — Янғын хеҙмәттәренә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, ауыр, намыҫлы һәм үтә кәрәкле хеҙмәте өсөн айырым рәхмәт. Бөгөн янғын һүндереүселәр һөнәри байрамын билдәләй. «Ҡоро еңдәр» һеҙгә!»