Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла
«РусЛайн» авиакомпанияһының яңы Өфө — Сухум тура рейсы асыла. Өфөнән тәүге осош 7 майҙа була. Башҡортостандың Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, рейстар аҙна һайын: шаршамбы Сухумдан, ә кесаҙна Өфөнән 50 урынлыҡ Bombardier CRJ100/200 самолеттарында башҡарыла.
Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә.
«Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәр тура авиарейс менән Абхазия курорттарына тиҙ генә барып етә ала. Элек бының өсөн Сочиҙа икенсе транспортҡа күсеп ултырырға кәрәк ине», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.