Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, Өфө аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр бөтөрөлдө.
Бынан алда Башинформ 30 апрелдә иртән Башҡортостан биләмәһендә пилотһыҙ хәүеф режимы тураһында хәбәр иткәйне.