Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды30.04.2026

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала һабантуйҙар үткәреү графигын раҫлаған указға ҡул ҡуйҙы.

«Башинформ»ға документты өйрәнгәндән һуң билдәле булыуынса, 30 майҙа Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондарында һабантуй ойошторола.

6 июндә «эстафета»ны Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Миәкә, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Яңауыл ҡабул итә.

11 июндә – Баймаҡ районы, 12 июндә Балтас, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Федоровка һәм Шаран райондары һабан байрамын билдәләй.

13 июндә – Бөрө, Ҡариҙел, Мәсетле һәм Стәрлетамаҡ райондарында, ә 20 июндә Бәләбәй һәм Көйөргәҙе райондарында һабантуй була. 

Һабантуйҙар июлдә генә тамамлана: 4 июлдә – Дүртөйлө районында, ә 18 июлдә – Белорет районында.



Вернуться назад