Диңгеҙгә барһаң ине ...04.07.2012
Июль — йәйҙең генә түгел, ә барлыҡ йылдың иң йәмле һәм ҡыҙыу мәле. Кемдер саҡ отпуск алырға әҙерләнһә, икенселәр ял итеп бөтөп эшкә сығырға ла өлгөргән. Ә һе∂ нисек һәм ҡай∂а ял итергә йыйынаһығыҙ?

Зөһрә АБДУЛЛИНА, тәрбиәсе, Өфө ҡалаһы:
— Инде нисәнсе йыл рәттән йәй шул тиклем эѕе, хатта бер ниндәй йылы яҡҡа барғы килмәй. Йәй буйы Өфө һәм уның тирәһендәге пляждар∂а ял итәбеҙ. Михайловка ауылы янындағы аква-парк, Алексеевка ауылы эргәһендәге Ломоносов күле, Дим яғындағы карьер, Ағи∂ел, Өфө йылғалары яр∂арында ҡы∂ынабыҙ. Ҡайһы бер пляждар түләүле булһа ла, кеѕәгә бик һуҡмай, ∂ур юғалтыуһы∂ тотош ғаилә менән ял итергә мөмкин. Ғаиләбе∂ ишле булғас, сит илгә сығыу әлегә ауыр. Тик миңә быйылғы йәй унһы∂ ∂а бик оҡшай.

Вера КАРПОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, банк хе∂мәткәре:
— Быйыл тәүге тапҡыр йәйге ялымды Төркиәлә үткәр∂ем. Шул тиклем оҡшаны, ниңә быға тиклем барманым икән, тип үкенеп бөтә алмайым. Йылы, на∂лы диңге∂ һыуы, һәр саҡтағыса эѕелек, һуш китерлек отель, яңы кисерештәр — былар∂ың бөтәһе лә хәтер∂ә о∂аҡҡа ҡаласаҡ, һыуыҡ ҡыштар∂а күңелде йылытыр кеүек. Минеңсә, йылына бер тапҡыр булһа ла сит илгә, йылы яҡҡа сығып ял итеү кәрәк. Бының өсөн йыл буйы бил бөгөп эшләһәң дә йәл түгел. Бынан ары, Алла бирһә, йыл да берәй көньяҡ илендә ял итергә ниәтләнәм.

Ләйсән ӘБСӘЛӘМОВА, хужабикә, Ишембай районы:
— Бәләкәй балалар менән өй∂ә ултырам. Заводта эшләгән иремә ҡарағанда ял ү∂емә күберәк кәрәк кеүек (көлә). Былтыр йәй буйы Башҡортостанда ял иткәйнек, бик оҡшаны. Матур йоланы быйыл да дауам итмәксебеҙ. Асылыкүл, Талҡаѕ күле, Нөгөш, Павловка һыу һаҡлағыстары, Шүлгәнташ мәмерйәһе — бармаған еребе∂ ҡалманы ла шикелле. Бер ял Ырымбур өлкәһенә То∂ло Илеккә барғайныҡ — оҡшаманы. Кеше бик күп, тирә-яҡ бысраҡ, хе∂мәтләндереү түбән кимәлдә. Ү∂ебе∂∂ең Башҡортостанға етмәй тип ҡайттыҡ. Балалар ә∂ерәк үѕкәс, бәлки, сит илдәргә лә сығырбы∂. Әлегә ү∂ебе∂∂ең тирә-яҡтың матурлығын күреп бөтәйек.

Ғәзиз БАЙИСЛАМОВ, шәхси эшҡыуар, Өфө ҡалаһы:
— Быға тиклем Төркиә, Мысыр, Рәсәй∂ең Краснодар крайы курорттарында ял итә торғайныҡ. Быйыл ниндәй∂ер яңылыҡ индерергә ниәтләп кәләш менән Кубаға бар∂ыҡ. Бының өсөн билде һығып бәйләргә тура килде-килеүен, сөнки унда хаҡтар ҡиммәтерәк, әммә кисерештәр ∂ә икенсерәк. Бөтөнләй яңы мөхиттә булып ҡайттыҡ. Үкенес, бе∂∂ең халыҡ бик сәйәхәт итеп бармай, йә аҡса етмәй, йә теләге юҡ, йә донъя мәшәҡәте баѕа. Ә сит ил кешеләре сәйәхәткә, ялға бер нимәһен дә йәлләмәй. Бе∂∂ең халыҡта ла ял итеү мә∂әниәте, йолаһы нығыраҡ үѕһен ине. Яңы тәьѕораттар менән ҡанатланып ҡайтҡас, йыл буйы яҡшыраҡ эшләйһең бит.

Кәрим ҠОТДОСОВ, эшсе, Учалы ҡалаһы:
— Ял тиһеге∂ме? Өсөнсө йыл тәтегәне юҡ ул миңә, отпуск алмай эшләйем. Ярай әле ү∂ебе∂∂ең тәбиғәт матур, эргәлә генә күлдәр күп, форсат сыҡҡанда дуѕ-иштәр менән шунда ял итәбе∂. Ә ҡалған ваҡыт баҡсала, шәхси хужалыҡта үтә. Әле еләк мәле, балалар менән ҡатын рәхәтләнеп еләк йыя, ҡайтҡас таҙартып ҡышҡылыҡҡа ҡайнатабыҙ. Йәйҙең һәр көнө ҡәҙерле, уны бушҡа үткәрмәҫкә тырышабыҙ.
Әлфиә ИЛДУСОВА
я∂ып алды.


Вернуться назад