Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе30.04.2026

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә.

Фото: Станислав Шахов | «Башинформ»

Рәсәй Гидрометүҙәге Башҡортостанда яҙҙың һуңғы айына яҡынса фараз бирҙе. Метеорологтар мәғлүмәттәренә ярашлы, майҙа уртаса айлыҡ һауа температураһының норма тирәһендә (+13°) булыуы көтөлә.

Яуым-төшөм күләме лә нормаға ярашлы фаразлана. Беҙҙең төбәк өсөн был күрһәткес 35-55 миллиметр тәшкил итә.



Вернуться назад