Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Бөгөн Өфөлә «Ветеран йорто эргәһендә парад» үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Исак Аронович Рубинды сәләмләнеләр.
Ветеран алдында оркестр оҙатыуында парад маршы уҙҙы, унда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отряды һәм кадеттарҙың парад расчеттары ҡатнашты.
«Ваҡыт үткән һайын был байрамдың әһәмиәтенә нығыраҡ төшөнәһең. Дәһшәтле һуғыш йылдарында азатлыҡҡа хоҡуғыбыҙҙы яҡлап, фашистарҙы тар-мар иткән геройҙар тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡларбыҙ. Исак Аронович, ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем! Яҡынлашып килгән бөйөк байрам менән!» — тип яҙҙы Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдлинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
