Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Бөгөнгә Башҡортостандың баш ҡалаһында 1022 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Шуларҙан: 25 һуғышта ҡатнашыусы, 19 концлагерь тотҡоно, 28 блокадалы Ленинградта йәшәүсе,1 ҡамауҙағы Севастополдә йәшәүсе, 949 тыл эшсәне. Мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева ошондай мәғлүмәт бирҙе.
Уның һүҙҙәренсә, Еңеү көнөнә һәр ветеранды ҡотлап, открыткалар һәм бүләктәр тапшырыла. 29 апрелдән 8 майға тиклем туғыҙ ветерандың йорто янында шәхси парадтар ойошторола. Программала – кадеттарҙың тантаналы йөрөшө һәм концерт.
Башинформ яҙғанса, бөгөн фронтовик Исак Рубин өсөн ошондай парад үтте.
Атлап йөрөй алған ветерандарҙы 9 майҙа ҡунаҡ трибуналарынан байрам парадын ҡарарға саҡыралар.