Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә 2026 йылдың 30 апреленән 1 майына тиклем (төнгө сәғәт 12-нән таңғы 5-кә хәтлем) Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы.
Ике йүнәлештә лә хәрәкәт тулыһынса ябыла. М-5 «Урал» федераль трассаһы яғынан Өфө яғына һәм Өфөнән М-5 «Урал» федераль трассаһы яғына инеү юлдары ябылып тора.
Был автоматлаштырылған юл хәрәкәте менән идара итеү системаһы элементтары конструкцияларын монтажлау менән бәйле.