27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған..

Дүшәмбе көндө Мәскәүҙе ҡар баҫҡан. Апрель аҙағында илдең баш ҡалаһына йәнә ҡыш килде, бөгөн дә ҡарлы һауа торошо һаҡлана. Башҡортостанда ла тәбиғәт үҙенең көйһөҙлөгөн күрһәтерме, тип борсола республикала йәшәүселәр. Башгидрометүҙәк синоптиктары тынысландырырға ашыға – төбәктә ҡар яуыуы көтөлмәй.
«Мәскәүҙә һауа торошон билдәләгән циклон Көньяҡ Уралға килеп етмәй, төньяҡ-көнсығышҡа китә», — тине «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башгидрометтың метеофараздар бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова.