Башҡортостандағы урта уҡыу йорттарын тамамлағандарға Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университетында белем алыу мөмкинлеге бирелә. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы ошо университетта “Иҡтисад” һәм “Ғәмәли информатика” йүнәлештәре буйынса уҡыу өсөн конкурсҡа дәғүәселәрҙән (абитуриенттарҙан) ғаризалар ҡабул итә. Бының өсөн ике урын бүленгән. Документтар 9 июлгә тиклем ҡабул ителә. Ентеклерәк мәғлүмәтте министрлыҡтың сайтынан алырға мөмкин.
Л. ФӘРИТОВА.