Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй28.04.2026

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы | социаль селтәрҙәр

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы график баҫтырып сығарҙы.

Уға ярашлы, 1, 2, 9, 11 майҙа амбулаториялар һәм поликлиникалар шәмбе графигы буйынса эшләй (иртәнге сәғәт 8-ҙән 4-кә тиклем шылтыратып саҡыртырға мөмкин) 3, 10 май – ял көндәре.

Профтикшереүҙәр һәм диспансеризация: 1, 2, 9, 11 май.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары: 1, 2, 9, 11 майҙа. Был көндәрҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар яралғыны антенаталь һаҡлау район-ара кабинеттарында УЗИ-скрининг үтә ала.

Яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь скрининг көн һайын үткәрелә. Биоматериал Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә.

Өфө һәм Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаларының эш графигы бында.

Дәүләт дарыуханалары ла май байрамдарында эшләй.



Вернуться назад