Республикала БПЛА осороу сикләнә27.04.2026

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләүгә бәйле ошондай саралар ҡабул ителде.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Баш ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, 28 апрелдән 11 майға тиклем республика биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттарын осороуға сикләүҙәр индерелә.

Муниципалитетта белдереүҙәренсә, был саралар 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған байрам сараларын әҙерләү һәм үткәреү менән бәйле.



Вернуться назад