Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына арналған конверт сыҡты27.04.2026

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына арналған конверт сыҡты

Фото: «Рәсәй почтаһы» | матбуғат хеҙмәте

1926 йылда Өфө күҙ дауаханаһы базаһында Башҡортостан трахоматоз ғилми-тикшеренеү институты булараҡ асылған институттың 100 йыллығы айҡанлы конверт донъя күрҙе.

Рәсәй почтаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конвертта институттың XX быуат башында төҙөлгән бинаһы (әлеге ваҡытта уның поликлиникаһы урынлашҡан) һүрәтләнгән. Конверттың тиражы – 50 000 дана. Уның стандарт почта маркаһы бар. Рәсәйҙә дәүләт почта түләүе билдәләрен почтаның бүлендек компанияһы — «Марка» акционерҙар йәмғиәте сығара.

«Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ғилми һәм медицина мөхитендә үҙенең офтальмология өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән яҡшы билдәле. Уның йөҙ йыллығы уңайынан почта конвертын сығарыу уны тотош илгә тағы ла киңерәк танытыр», — тип билдәләне Рәсәй почтаһының төбәк идаралығы директоры Ленард Шафиҡов.



Вернуться назад