Интернеттағы www.karusel-tv.ru сайтында “Включайся!” балалар телевидениеһы фестивале еңеүселәренең эштәре урынлаштырылды. Уларҙың ҡайһыһы иң яҡшыһы икәнлеген йәш тамашасылар билдәләй.
Тимәк, һәр бала, жюри сифатында, эфирға сығырға лайыҡлы тип тапҡан сюжетты һайлай ала. Иң күп тауыш йыйған эш “Карусель” каналында күрһәтеләсәк. Фестивалдең йомғаҡлау тантанаһында призерҙарҙы ҙур бүләктәр көтә.
Былтырғы ошондай сарала Башҡортостандың балалар телеканалдары юғары баһаланды. Мәҫәлән, “Тамыр”ҙың “Һөт иле” тигән эше, “Сулпылар”, “Тау-тау хәбәр” тапшырыуҙары төрлө номинацияла еңеү яуланы. Ә “Байтус” өсөн телеканалға фестивалдең махсус призы тапшырылды.
Учалы телерадиостудияһының “Тиктормаҫтар” тапшырыуы ла бер номинацияла еңеп сыҡты. Нефтекама ҡалаһындағы “ШИК” студияһы әҙерләгән “Йомортҡалар тарихынан” тигән эш фестивалдәге иң яҡшы сюжет тип танылды.
Был еңеүҙәр киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә әйҙәй. Беҙҙең проекттарҙың да “Карусель” каналында күрһәтелеү мөмкинлеге бар. Тауыш биреүҙә ҡатнашмайынса ҡалмайыҡ!
Д. ТӘЛҒӘТОВА.