“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 27 июнь һанында (“Тамырҙарын юллап атайҙың...”) Төркиә вәкилдәренең аталары Әхмәт Ураллының туғандарын, ҡәрҙәштәрен эҙләп республикаға килеүе, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыуы тураһында мәҡәлә баҫылғайны. Башҡорт иленең йомарт тупрағын, тәбиғәтен күреү, ҡунаҡсыл, ихлас халҡы менән аралашыу бәхетенән ҙур ҡәнәғәтлек кисергән Ураллылар беҙҙең менән бер туғандарҙай айырылышты. Күп тә үтмәне, сәфәрҙән тулҡынланып, матур тәьҫораттар менән рухланып ҡайтҡан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙән рәхмәт хаты килеп төштө.
Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, ҡәрҙәштәребеҙ! Иң тәүҙә беҙҙе атайыбыҙҙың Ватанында ҡолас йәйеп, үҙ туғанығыҙ һымаҡ күреп ҡаршы алыуығыҙ өсөн рәхмәт еткерәбеҙ.
Беҙҙе ихлас ҡаршы алыусы һәм хөрмәт күрһәтеүсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Йылайыр, Баймаҡ, Дәүләкән райондары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәттәренә, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Таң” (Бөрйән районы) гәзиттәре, “Толпар”, “Рампа” журналдары, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәренә, ярҙам күрһәтеүсе дуҫтарҙың барыһына ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Һеҙҙең ярҙам менән Башҡортостанда уҙған байрамдарҙа ҡатнашыу, төрлө матур төбәктәрҙе күреү, башҡорт халҡының көнитмеше менән танышыу бәхетенә ирештек.
Атайыбыҙҙың Ватаны быға тиклем дә беҙҙең йөрәктә ине. Йәннәттәй урындарҙы күреп, ҡунаҡсыл кешеләр менән танышҡандан һуң, ул беҙҙең йөрәгебеҙ һәм рухыбыҙҙа тағы ла нығыраҡ тамыр йәйҙе. Ҡәҙерлебеҙ тыуған тупрағына әйләнеп ҡайта алманы, шуға ла уның кендек ҡаны тамған ерҙе килеп күреү беҙҙең өсөн изге бурыс ине. Тормоштағы иң ҙур маҡсатыбыҙға ирешә алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Атайыбыҙҙың туғандарын да таба алһаҡ, был донъяла беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ. Уны эҙләүҙә ярҙам күрһәткән кешеләрҙең барыһына ла тағы бер тапҡыр оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Иншаллаһ, киләһе йылдарҙа (бәлки, Бөтә донъя башҡорттарының киләһе ҡоролтайына) ғаиләбеҙҙең башҡа ағзаларына ла килеү насип булыр. Был дуҫлыҡтың ғүмер буйы дауам итеүен теләйбеҙ.
Ихтирам менән — Өзәр Ураллы, Эрол Ураллы,
Арзу Ротмайер-Ураллы, Ниһаль Зәнгин-Ураллы.
Төркиә. 2012 йыл.