Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты»на саҡырҙы24.04.2026

Акция көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Онлайн диктантты көндөҙгө сәғәт 11-ҙә яҙырға мөмкин.

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров | MAX

Бөгөн Башҡортостанда «Еңеү диктанты» халыҡ-ара акцияһы башлана, быйыл ул 8-се тапҡыр ойошторола. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын диктантта ҡатнашырға саҡырҙы.

Акцияны ойоштороусылар – «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Рәсәй тарихи һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте һәм башҡалар.

«Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһын да «Еңеү диктанты»на саҡырам, — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров яҡташтарына. — Республикала бөгөн 900-ҙән ашыу майҙансыҡ асыла, уларҙың иң мөһиме – беҙҙең Вуз-ара кампустың Геном үҙәге».

Уңайлыраҡ майҙансыҡты диктантпобеды.рф сайтында һайларға мөмкин, әммә алдан теркәлергә кәрәк. Шунда уҡ, сайтта, онлайн ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Республика Башлығы ни өсөн диктантта ҡатнашыуҙың мөһим булыуын аңлатты.

«Тәү сиратта диктант – 1945 йылда Еңеү яулаған ветерандарыбыҙға, киләсәк быуындар өсөн ғүмерен ҡорбан иткән ата-бабаларыбыҙға хөрмәт билдәһе, — тине Радий Хәбиров. —Илебеҙҙең героик үткәнен, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын хәтерләйбеҙ. Һәм бер ҡасан да онотмаҫбыҙ».

Акция көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Онлайн диктантты көндөҙгө сәғәт 11-ҙә яҙырға мөмкин.



Вернуться назад