Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды23.04.2026

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды

Фото: «Башинформ» | Архив

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 32-се ултырышында депутаттар икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа Башҡортостан Республикаһының Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнө булдырыу тураһында закон ҡабул итте.  Ул йыл һайын 12 мартта билдәләнә.

Башинформ яҙғанса, 1891 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй империяһында опека һәм попечителлек институтына нигеҙ һалған «уллыҡҡа алынған һәм законлаштырылған балалар тураһында» закон ҡабул ителә.



Вернуться назад