Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә

Башҡортостанда етем бала статусына эйә булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сиратһыҙ фатир бирелә. Был законды депутаттар Дәүләт Йыйылышының 32-се ултырышында икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа раҫланы.
Закон ике форматты күҙ уңында тота: социаль ҡуртым килешеүе буйынса торлаҡ майҙандарын биреү йәки торлаҡ һатып алыу йәки ипотеканы ҡаплау өсөн аҡса түләү, тип яҙғайны «Башинформ».
МХО зонаһында бурыстарҙы үтәгән, шулай уҡ сик буйындағы биләмәләрҙә һөжүмде кире ҡаҡҡан яугирҙәр өҫтөнлөккә эйә.