Республикаға ҡасан йылы көндәр килә

Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошонан һуң ямғырлы, һалҡын көндәр башланды. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, быға һалҡын фронт сәбәпсе. Аҙна уртаһында һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбәнерәк булды.
«23 апрелдә көндөҙ Башҡортостандың күпселек райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Аҙна һуңында һауа температураһы 2-3° күтәрелә, ләкин ямғыр яуыу ихтималлығы арта», — тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.
Был беҙҙең төбәктә апрелгә хас күренеш: яҙ бер аҙым алға баҫа, ике аҙым артҡа сигенә. «Арктик һауа циклон тылына үтеп инә һәм көтөп алған йылы урынына һалҡындар килә», – ти синоптиктар.
Күреүебеҙсә, яҡын көндәргә фараздар өмөт бирә, әммә тиҙ генә йәй вәғәҙә итмәй. Яҙғы-йәйге осорға рәсми фаразға ҡарағанда, апрелдә уртаса температура +4, +6° булырға тейеш.
«Фобос» үҙәге фараздары буйынса, май башында ғына температура үҙгәрә. 1 майҙа уҡ республикала көндөҙ температураның +17°, ә 2 майҙа +20° тиклем күтәрелеүе мөмкин.
Рәсәй Гидрометүҙәгенең оҙайлы фараздары Башҡортостанда йылы, әммә ямғырлы йәй вәғәҙәләй. Температура өс ай буйына «нормаға ярашлы йәки норманан юғарыраҡ» булмаҡсы.