Белем асҡысы — матбуғат04.07.2012
Белем асҡысы — матбуғатМиңнулла Ғәлимйән улы ӘЛИМҒОЛОВ, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы:

— “Башҡортостан” гәзитен 1948 йылдан алдырам. Ул саҡта баҫма “Ҡыҙыл Башҡортостан” тип атала ине.
Тормош — ул ҙур йорт. Уның ишеген асып инеү өсөн белем тигән асҡыс кәрәк. Ул асҡыс — матбуғат.
Гәзиттең һәр һанын көтөп алам, ентекләп уҡып сығам. Ҡайһы бер мәҡәләләрҙе ауылдаштарға күрһәтәм, бына ошонан өлгө йә ғибрәт алырға кәрәк, тим.
Күптән түгел бер мәктәптә булғайным. “Уҡытыусылар гәзит-журнал алдырамы?” — тип һорайым директорҙан. “Ундай мәсьәләләр менән шөғөлләнгәнем юҡ”, — ти был. Нисек инде, уҡытыусы була тороп гәзит-журнал уҡыма — был башҡа һыйырлыҡ түгел!
Мәғариф ойошмалары етәкселәренә бер теләгемде әйтер инем: иң тәүҙә уҡытыусыларҙың матбуғатҡа ниндәй ҡарашта булыуына иғтибар итергә кәрәк. Гәзит-журнал алдырып уҡымаған педагог балаларға ниндәй төплө белем бирә алһын инде?!.


Вернуться назад