Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан23.04.2026

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Апрелдә республикабыҙҙа йәшәүселәр отошло лотерея билеттары һатып алған. Мәҫәлән, уларҙың береһе 100 мең һум отҡан: ул лотереяның мобиль сайтында 60 һумға өс тиражға билет һатып алған. Икенсеһе лә сайтта билет өсөн 20 һум түләгән һәм 102 410 һум отҡан.

Йәнә бер яҡташыбыҙ лотерея уйнап, миллионер булған. Уға киңәйтелгән ставкала уңыш йылмайған – сумма 1 108 290 һумға еткән. Билетты ул ҡушымтала 720 һумға алған.

Бынан алдараҡ Өфө кешеһе лотереяла 7 миллион һум отҡан һәм ипотекаһын япҡан.



Вернуться назад