Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды22.04.2026

2026 йылдың 3 февралендә был мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде – үҫмер үҙенең класташтарына уйынсыҡ автомат менән һөжүм итте.

Фото: «Башинформ» | архив

Республика Дәүләт Йыйылышында балаларҙың именлеге мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм ултырышында Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Артур Әхмәҙиев әлеге хәлгә бәйле белем биреү учреждениеһында эшләгән «Арслан Плюс» шәхси һаҡ предприятиеһын пландан тыш тикшереүҙәре хаҡында һөйләне.

Предприятие 30 белем биреү учреждениеһын һаҡлаған, 22-һендә лицензия талаптарын тупаҫ боҙоу асыҡланған, тип билдәләне ул.

«Судта ошо мәсьәләне ҡарау күпме көс талап итеүен күҙ алдына ла килтермәйһегеҙ. Һөҙөмтәлә ошо шәхси һаҡ ойошмаһының эшмәкәрлеге 45 тәүлеккә туҡтатылды. Ләкин был бик ҡатмарлы булды», – тине докладсы.

Шулай уҡ ултырышта бәлиғ булмағандарға уйынсыҡ ҡорал һатыуҙы закон кимәлендә тыйырға тәҡдим иттеләр.



Вернуться назад