Ошо көндәрҙә Күмертауҙа бәләкәй авиация кластерын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Ҡалаға төбәктең иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин менән “2Т” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Игорь Табачук килде. Уның холдингы оҙаҡ йылдар инде авиация өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. Ҡунаҡтарға “Ротор” конструкторлыҡ бюроһында ике урынлыҡ “Rotorfly” вертолетының осошон күрһәттеләр.
“Искра” заводы директоры Владимир Лунев предприятие тарихын ҡыҫҡаса һөйләне, буш майҙандарҙы күрһәтте һәм ҡеүәтте артабан тулыландырыу юлдарын тәҡдим итте. Евгений Маврин июль башында министрлыҡ вәкилдәренең һәм бер нисә район башлығының “Биләмәләрҙе, сәнәғәт зоналарын һәм бәләкәй ҡалаларҙы яңыртыу һәм уларҙың социаль-иҡтисади үҫешен әүҙемләштереү” программаһы буйынса белем алыу өсөн Францияға юлланасағы хаҡында хәбәр итте.
— Сит илгә сәфәр йомғаҡтары буйынса эш итеү проекты төҙөлөргә тейеш. Ул Күмертауҙы Рәсәйҙә вертолет етештереү үҙәгенә әүерелдерергә булышлыҡ итәсәк, — тип билдәләне министр.
Л. ДӘҮЛИЕВА.