Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған22.04.2026

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған

Фото: Элвин Грейҙың социаль селтәрҙәре

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей Ырымбурҙағы концертында өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған. Артист ҡыҙыҡлы видеояҙма менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты.

Милана исемле ҡыҙ концерт ваҡытында үҙ сәхнәгә сыҡҡан. Артист уның менән аралашып, бергәләп йырларға тәҡдим итә. Йырсының ижады менән яҡшы таныш булған ҡыҙыҡай шунда уҡ «Татарка» йырын йырлап ебәрә һәм кисәнең ысын йондоҙона әүерелә. Тамашасылар уға оҙаҡ алҡышлай. Ә Элвин Грей автографлы футболка бүләк итә.

«Өс йәштә сәхнәгә сығып, йырлап тороу — был иҫ киткес. Һинең ата-әсәйеңә рәхмәт», — тигән Элвин Грей.

Быға тиклем Олег Газмановтың башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙы маҡтауы хаҡында яҙғайныҡ.



Вернуться назад