Башҡортостанда сәсеү башланды

Башҡортостанда сәсеү башланды. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Миәкә районында – бойҙай, һоло һәм көнбағыш, Көйөргәҙелә һоло һәм арпа сәсәләр. Туймазы, Шишмә һәм Өфө райондарында бойҙайҙан һәм һолонан башланылар. Әкренләп башҡалар ҙа ҡушыла – республиканың 16 районында сәсеү эштәре бара, – тип яҙҙы Радий Хәбиров. – Быйыл 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы культуралар сәсергә йыйынабыҙ, тағы ла 300 мең гектарҙы ужым культураларына бирҙек. Майлы культуралар өсөн майҙандарҙы арттырыуҙы дауам итәбеҙ.
Беҙҙең хужалыҡтар орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Шуныһы мөһим, иген орлоҡтарының һәм көнбағыштың 80% ашыуы – илебеҙҙеке. Техника ла әҙер. Быйыл 12 мең трактор баҫыуға сыға, 5 мең ауыл хужалығы машинаһын сәсеүгә йәлеп итәбеҙ.
Быйыл һауа торошо – яҡшы, ә уңыш мул булһын. Аграрийҙарҙың хеҙмәте алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың еңел булмаған эшендә мотлаҡ ярҙам итербеҙ».