Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән22.04.2026

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2026» халыҡ-ара белем биреү акцияһы быйыл Рәсәйҙә һәм донъяның төрлө ҡитғаларында йөҙәр меңләгән кешене берләштерҙе. Акцияла барлығы 406 536 кеше ҡатнашты.

Диктант, ғәҙәттәгесә, башҡорт телен белеү кимәле буйынса өс йүнәлештә уҙғарылды:

• башланғыс кимәл — 178 813 ҡатнашыусы;

• иркен кимәл — 145 635 ҡатнашыусы;

• төньяҡ-көнбайыш диалект — 82 088 ҡатнашыусы.

Ҡатнашыусыларҙың төп өлөшө офлайн-майҙансыҡтарҙа диктант яҙҙы — 326 768 кеше, ә онлайн форматта 79 768 кеше ҡатнашты.

Акцияның географияһы йылдан-йыл киңәйә. 2026 йылда проектҡа тәүге тапҡыр Ҡытай, Румыния һәм Латвия ҡушылды. Был башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә халыҡ-ара ҡыҙыҡһыныуҙың арта барыуын күрһәтә.

Ғәҙәттәгесә, Рәсәйҙең ҙур ҡалалары — Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи, шулай уҡ Чиләбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Курган, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Пермь, Алтай, Приморье крайҙары, Саха (Яҡут) һәм Татарстан республикалары халҡы әүҙем ҡатнашты.

Акция күптән инде Рәсәй сиктәренән сыҡты. Йылдағыса, диктантты Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, Иран, Аргентина, Индонезия, Көньяҡ Корея, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәр яҙҙы.

Ҡатнашыусыларҙың иң ҙур өлөшө, ғәҙәттәгесә, республикабыҙға тура килә — 386 536 кеше. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә 18 311 кеше, ә сит илдәрҙә 1 689 кеше диктант яҙҙы.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант төрлө йәштәге һәм һөнәрҙәге кешеләрҙе берләштергән мөһим мәҙәни-мәғариф сараһы булып ҡала. Күптәр өсөн был акцияла ҡатнашыу изге йолаға — ғаилә байрамына, студенттар һәм һөнәри йолаға әүерелде.



Вернуться назад