Башҡортостан Башлығы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен дәртләндерергә ҡушты21.04.2026

Ул Башҡортостандың мәғариф министрына ошондай күрһәтмә бирҙе.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

— Миңә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этаптарында уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары тураһында ҡыуаныслы яңылыҡтар ебәреп торалар. Бөгөнгә беҙ сикте үттек, еңеүселәр һәм призерҙар былтырғыға ҡарағанда күберәк, — тине республика Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, былтыр Башҡортостандан Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһында 57 еңеүсе һәм призер булһа, быйыл улар 67-гә еткән, 70-тән дә артып китеүе ихтимал, сөнки ете предмет буйынса йомғаҡ яһалмаған.

Өфөнән тыш, еңеүселәр иҫәбендә райондар, шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм башҡа ҡалаларҙың вәкилдәре бар, тип билдәләне республика етәксеһе.

Ул мәғариф министрына олимпиадала ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын мөмкин тиклем тиҙерәк бүләкләргә ҡушты.



Вернуться назад