Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә21.04.2026

Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 22 апрелдә Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төньяҡта бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, төндә һәм иртән боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ булыуы көтөлә. Республиканың башҡа биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, төндә тиҙлеге секундына 9-14 метрға, ә көндөҙ секундына 5-10 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә -3, +2°, Башҡортостандың көньяғында +13°.

«Юлдарҙың айырым участкаларында яуым-төшөм ваҡытында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей», — тип өҫтәнеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Иртәгә Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә 0, +2°, көндөҙ +6, +8°.



Вернуться назад