Бер ихатала ғына күпме проблема!04.07.2012
Бер ихатала ғына күпме проблема!— Үәт, беҙҙең урам үҙгәрҙе, танырлыҡ та түгел.
— Президент үҙе килеп төҙөкләндерергә ҡушты бит. Хәҙер бында йәшәүе күңелле.
Баш ҡалалағы СССР-ҙың 50 йыллығы урамының 45/1 менән 45/2 йорттары янында йыйылған халыҡтан Рөстәм Хәмитовты көткән арала ошондай һөйләшеүҙәр йыш ишетелде.
Бынан бер ай самаһы элек Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң бер-ике ихатаһында булып, уларҙың торошон ҡарағайны. Емерек юлдар, ҡороған ағастар, автомобиль ҡуйырлыҡ та урын булмауы, балаларға уйнарға майҙансыҡ юҡлығы, арҡыс-торҡос урынлашҡан гараждар... Шундай ине ихатаның хәле. Ә бөгөн... Иҫке, хужаһыҙ гараждар алып ташланған, урамда ялтырап ятҡан асфальт түшәлгән, йорт алдында бордюрҙар алынып, юлдар киңәйтелгән, ә яңы ғына эшләп ҡуйылған балалар майҙансығында сабыйҙар гөрләшә. Президент тәүге барған сағында ла унда булып, ихатаның тәүге һәм хәҙерге хәлен үҙ күҙем менән күргәс, ысынлап та ҙур үҙгәрештәр булыуы тураһында әйтергә була.
Бер ихатала ғына күпме проблема!Рөстәм Зәки улы ихатаны башынан аҙағына тиклем ҡарап сыҡты һәм ҡәнәғәт ҡалды. Уның килеүе ниндәйҙер кимәлдә граждандар ҡабул итеү төҫө лә алды. Ихаталарында Президентты күргән халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп ҡалырға ашыҡты. Коляскаға бала ултыртҡан йәш әсә балалар баҡсаһында урын етмәү проблемаһын күтәрҙе. Президент яҡын арала балалар баҡсаларының күпләп төҙөләсәге тураһында белдерҙе. Ихатала йорттар араһында асылған автосервис менән сауҙа павильоны күп урынды ала һәм уңайһыҙлыҡ тыуҙыра икән. Рөстәм Хәмитов ҡала властарына йорттар янындағы биләмәләрҙе бүлгән саҡта урындағы халыҡ менән килешеп эшләргә ҡушты. Кемдер урам яғына ҡараған йорттоң фасадын ремонтлауҙы, икенселәре балкон төҙөргә рөхсәт һораны. Әлбиттә, был мәсьәләләр менән Президент шөғөлләнмәй. Шулай ҙа ул һәр кемде иғтибарлап тыңланы һәм муниципаль власть вәкилдәренә тикшерергә ҡушты.
— Бер ихатала ғына күпме проблема асыҡланды, ә ундайҙар бик күп. Тимәк, быға тиклем власть халыҡтан ситләшкән булған. Барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә, кеше мәнфәғәттәрен яҡларға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Был ихатала бала-сағаның күплеге лә ҡыуандырҙы. Хатта ихата футбол командаһы ла төҙөгәндәр. Улар төрлө турнирҙарҙа ҡатнаша. Малайҙар Президенттан спорт менән шөғөлләнеү өсөн төҙөкләндерелгән майҙансыҡ һораны. Йәш спортсылар Рөстәм Зәки улынан бүләккә уның ҡултамғаһы ҡуйылған футбол һәм волейбол туптары алды.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад