Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне21.04.2026

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне

Фото: Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов | социаль селтәрҙәр

Өфөлә ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшлек юбилейын билдәләне. Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов уны күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләне.

«Класс етәксемде ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡотларға килдем. Ул минең өсөн һәр саҡ ысын батырлыҡ, тәрән аҡыл һәм рух ныҡлығы өлгөһө булды һәм булып ҡала. 95 йәшендә лә уның зиһене асыҡ, хәтере яҡшы. Ул китап уҡый, һәр уҡыусыһын исемләп хәтерләй һәм ҡотлауҙар ҡабул итә», — тип яҙа Азамат Иҙрисов социаль селтәрҙә.

Һуғыш башланғанда Абдрахман Ғөбәй улына 10 ғына йәш була. Күпселек тиҫтерҙәре кеүек үк, тылда эшләй, өлкәндәргә ярҙамлаша. Мәктәпте тамамлағандан һуң физика-математика факультетын тамамлай һәм 50 йылға яҡын ғүмерен Күгәрсен районының Теләүембәт мәктәбендә балалар уҡытыуға бағышлай. Тормош иптәше Роза Мансур ҡыҙы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаилә традицияһын дауам итеп, улар ҙа уҡытыусы һөнәрен һайлай.

Абдрахман Абдуллин күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн «Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән. Ул бихисап һәләтле уҡыусылар тәрбиәләгән, араларында миҙалсылар һәм олимпиада еңеүселәре бик күп.



Вернуться назад