Йырсылар икенсегә бәпәй көтә.

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллиндың хәләл ефете, яҡташыбыҙ Әлиә Төхвәтуллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашҡан. Йондоҙло ғаилә икенсегә бәпәй көтә.
— Беҙ һине бик яратабыҙ һәм көтәбеҙ! Бына шундай яңылыҡтар, - тип яҙа Әлиә Төхвәтуллина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Төхвәтуллиндарҙың Әлим исемле ике йәшлек улдары үҫеп килә.