Башҡортостанға Мәскәүҙән һалҡын һауа торошо килә20.04.2026

Башҡортостанға Мәскәүҙән һалҡын һауа торошо килә

Фото: «Башинформ» | фотобанк

Мәскәү өлкәһендә һалҡын һауа торошона сәбәпсе булған Каспий циклоны Көньяҡ Уралға ла етеп килә. Әгәр дүшәмбе +15 градус йылы булһа, шаршамбы һәм кесаҙна көндөҙгө температура +10 градусҡа тиклем төшә. Был атмосфера фронты болоттар ҡыуып алып килергә, көслө ел һәм яуым-төшөм килтерергә мөмкин. Әммә алдағы көндәрҙә көслө ямғырҙар фаразланмай.



Вернуться назад