Енәйәт һәм яза04.07.2012
Зыяратта табыш эҙләп…

62 йәшлек ҡатын Өфөнөң Төньяҡ зыяратында әсәһенең ҡәберенә сәскә ултыртып йөрөгәндә көтмәгәндә уға иҫерек ир ташлана һәм сумкаһын алып ҡаса. Албырғап ҡалған ҡатын ярҙам һорап ҡысҡыра.

Махсус өйрәтелгән эт, енәйәтсенең эҙенә төшә алмаһа ла, үлән араһындағы кеҫә телефонына юлыға. Ундағы бармаҡ эҙҙәре буйынса әҙәм аҡтығын тиҙ табалар. 28 йәшлек ир зыярат эргәһендә йәшәгән була. Дуҫтарында ярайһы ғына “тейәп” алғас, ул ҡайтырға сыға һәм, ҡәберлектә яңғыҙ ҡатынды күреп ҡалғас, яуыз ниәт менән уның яғына ыңғайлай… Әле уғры ир хөкөм ҡарарын көтә.

Түтәл ҡаҙғанда снаряд тапҡан


Баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән ир ихатаһында ер ҡаҙғанында көрәге металл әйбергә төртөлә. Табыштың снаряд икәнен күргәс, ир полицияға шылтырата.

Баҡһаң, артиллерия снаряды бында граждандар һуғышы ваҡытынан бирле ятҡан икән. Нисәмә йылдар ошонда йәшәгән кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф янаған. Саперҙар ҡурҡыныс табышты полигонда шартлатты.

Төп башына ултыртҡандар


Салауат районының Яңы Сүрәкәй ауылында 81 йәшлек әбей Силәбе өлкәһенән килгән енәйәтсел төркөмдән зыян күргән.

Бер көндө уның ихатаһына йәштәр килеп инә.
— Инәй, май-ҡаймағың бармы?
— Бар, бар, Аллаға шөкөр! Майы ла, ҡаймағы ла, икмәге лә, балы ла, йәнегеҙ нимә теләй – вис бар!
Һатып алыусылар арыу ғына күренгәс, алдын-артын уйламаған хужабикә сумкаға эремсеген дә, ҡаймағын да, йомортҡаһын да, балын да тултыра. Ул бөтөрөлөп йөрөгән арала “ҡунаҡтар” инәйҙең самауырын күреп ҡала.
— Инәй, ҡалай шәп самауырың бар икән. Боронғолор әле, моғайын.
— Боронғо, боронғо! Һәйбәт самауыр.
— Ҡана 5 меңгә һатып ебәр. Беҙгә ошондай самауыр кәрәк ине.
Бындай хәлде көтмәгән әбей ҡыуанып китә. Иҫке самауырҙы биш меңгә һатып ебәрсәле! Ул шунда уҡ риза була. Самауыр өсөн берәр меңлек дүрт купюра, ике биш йөҙлөк менән иҫәпләшкәндәр. Улар сығып киткәс кенә, әбей аҡсаларҙың ситенә “Шаярыуҙар банкы” тип яҙылғанын күреп ҡала...
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад