Башҡорт теленән диктантты 200 меңдән ашыу кеше яҙған

Әлеге ваҡытта башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 200 меңдән ашыу кеше яҙған. Был хаҡта «Башинформ»ға Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова хәбәр итте.
«Был ысын мәғәнәһендә халыҡ акцияһы, ул бөтә донъялағы кешеләрҙе берләштерә. Диктантта ҡатнашыу – үҙегеҙҙең мәҙәниәткә ҡатнашлығығыҙҙы тойоу, тамырҙарығыҙға, туған телегеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге ул. Бынан тыш, күптәр өсөн был яҡшы ғаилә традицияһы: диктантты ата-әсәләр, балалар, олатай-өләсәйҙәр бергәләп яҙа. Өлкәндәр йәш быуынға өлгө күрһәтә, туған телгә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй.
Бөгөн беҙ ҡатнашыусыларҙың әүҙем булыуын күрәбеҙ: донъя буйынса 2000-дән ашыу офлайн майҙансыҡ ойошторолған, уларҙа 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Онлайн-форматта ла эштәрҙе ҡабул итеү әүҙем бара – «МАКС» мессенджеры аша 100 меңдән ашыу эш килгән. Быйыл ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 400 меңдән ашыуыраҡ булыр, акцияның географияһы артабан да киңәйер, ҡатнашыусылар күбәйер тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Гөлназ Йосопова.
Бындай акциялар телдең киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһай, тип өҫтәне Йосопова.
«Диктантта ҡатнашыу изге йолаға әүерелгәс, тел үҙенән-үҙе быуындан-быуынға тапшырыла. Был башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята, уны көндәлек тормоштоң бер өлөшө итә. Тимәк, телдең ышаныслы киләсәге бар», — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 17 апрелдә, Халыҡ-ара башҡортса диктант старт алды.