Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсетенең быйыл уҡ эшләй башлауы ихтимал17.04.2026

Әлеге ваҡытта объектта фасадты биҙәү һәм быяла ҡуйыу эштәре алып барыла.

Фото: «Башинформ» | архив

Өфөлә төҙөлөп ятҡан «Әр-Рәхим» мәсетенең 2026 йылда уҡ асылыуы ихтимал. Был хаҡта Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы үҙенең МАХ каналында хәбәр итә.

Объектта фасадтарҙы мәрмәр менән йөҙләү һәм быяла ҡуйыу эштәре бара, шунан һуң инде яйлап эске яҡтан биҙәкләү башлана.

Ҡайһы бер биналарҙы2026 йылда уҡ асыу мөмкинлеге ҡарала.

Төҙөлөш бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә алып барыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсет 2006 йылда төҙөлә башлаһа ла, инвесторҙарҙың алмашыныуы сәбәпле өҙөклөктәр менән алып барылды. 2016 йылда эштәр бөтөнләй туҡтатылды. 2023 йылдың сентябрендә Радий Хәбиров төҙөлөштө яңыртыу буйынса кәңәшмә йыйҙы, унан һуң белгестәр объектҡа экспертиза үткәрҙе. 2024 йылдың апрелендә төҙөлөш эштәрен дауам итеү тураһында иғлан ителде.

 



Вернуться назад