Өфөлә Еңеү көнөнә арналған парадтың икенсе репетицияһы үтте
Өфөлә «Өфө-Арена» алдында Еңеү көнөнә ҡарата парадтың икенсе репетицияһы үтте.
Майҙанда тантаналы марш менән Өфө территориаль гарнизоны, федераль башҡарма власть органдары хәрби хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ юнармеецтар, кадеттар, уҡыу йорттары курсанттары, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары тантаналы марш менән атлап үтте.
Парад репетициялары апрель аҙағына тиклем һәр кесаҙна үткәрелә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Генераль репетициялар 4 һәм 7 майҙа баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспектында була.