Стәрлетамаҡ предприятиеһында һәләк булған Сергей Громовтың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеләсәк17.04.2026

Стәрлетамаҡ заводында янғынды һүндергәндә һәләк булған Сергей Громовтың ғаиләһенә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Был хаҡта «Росхим» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Эдуард Давыдов белдерҙе.

Фото: Эдуард Давыдовтың сәхифәһе | Вк

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Башҡортостан пилотһыҙ осоу аппараттарының террористик һөжүменә дусар булды. Бер нисә БПЛА Стәрлетамаҡтың сәнәғәт зонаһы өҫтөндә юҡ ителгән. Ҡалдыҡтары бер предприятиеның территорияһына төшкән. Сергей Громов пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һуң башланған янғынды һүндереп йөрөгән.

«Сергей Владимирович үҙенең һөнәри бурысын үтәгәндә – янғынды һүндергәндә һәләк булды. Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һис шикһеҙ, беҙ ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтәсәкбеҙ», — тине Эдуард Давыдов.

Бынан алдараҡ Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов Сергей Громовтың ғаиләһе менән осрашасағын хәбәр иткәйне



Вернуться назад