Ял көндәрендә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә17.04.2026

Ял көндәрендә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә

Фото: «Башинформ» | архив

Шәмбе, 18 апрелдә, Башҡортостанда башлыса яуым-төшөмһөҙ. Төньяҡ райондарҙа ғына бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән көслө.

Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән -4°, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +12, +17°, төньяҡта +7°.

Йәкшәмбе, 19 апрелдә, һауа торошо үҙгәрә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыу көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын.

Һауа температураһы төндә: +2, +7°, аяҙытҡанда урыны менән -3° тиклем, көндөҙ +12, +17°, республиканың төньяғында +7°-тан юғары күтәрелмәй.



Вернуться назад