Башҡортса диктант: халыҡ башланғысы нисек тел байрамына әүерелде

Бөгөн, 17 апрелдә, бөтә донъяла башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелә. Акция сәғәт 11-ҙә онлайн- һәм офлайн-форматтарҙа башлана. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәше, белем кимәле һәм йәшәгән урыны мөһим түгел.
Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше булып тора. Бының өсөн төбәктә дәүләт программаһы, грант ярҙамы булдырылған, акциялар, диктанттар һәм башҡа саралар даими уҙғарыла. Былар барыһы ла телдәр үҫешенә уңайлы шарттар тыуҙыра. Проекттар араһында «Башҡорт теленән диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһы айырым урынды биләй.
Акция республика етәксеһе Радий Хәбиров булышлығында үткәрелә. II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының пленар ултырышында ул башҡортса диктантты башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән мөһим проекттар иҫәбендә булыуын әйтте.
«Йыл һайын башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 400 меңдән ашыу кешене берләштерә. Башҡорт теле көнө башҡорттарҙың һәм тел һөйөүселәрҙең яратҡан байрамына әүерелде. Бөгөн бөтә рәсми форумдарҙа һәм кәңәшмәләрҙә башҡорт теле яңғырай. Был, һис шикһеҙ, беҙҙең өсөн бик мөһим», — тине Башҡортостан Башлығы.
Акция нисек барлыҡҡа килде?
Акция 2015 йылда башланды. Ул саҡта Өфөлә тәүге тапҡыр мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо. Әгәр тәүге йылдарҙа был сара башҡорт теленән белем кимәлен тикшереү булып хеҙмәт итһә, ваҡыт үтеү менән күләмле проектҡа әүерелде. 2019 йылдан акцияны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәрә.
2020 йылғы пандемия башҡорт диктанты өсөн боролошло мәл булды. Онлайн-киңлеккә күскәндән һуң тәүге йылда уҡ акция Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 24 сит илдән 300 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Быға тиклем ҡатнашыусыға майҙансыҡҡа килергә кәрәк булһа, хәҙер смартфон, интернет булыуы ла етә.
Һуңғы йылдарҙы анализлау шуны күрһәтә: республика райондарында диктант айырым әһәмиәткә эйә. Ауыл халҡы өсөн акцияла ҡатнашыу тамырҙарға тоғролоҡ һаҡлау булһа, ҡалаларҙа иһә йәштәр әүҙем ҡатнаша. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында әйтеүҙәренсә, студенттар һәм йәш белгестәр үҙҙәренең милли үҙенсәлеген билдәләү өсөн диктант яҙа.
Бынан тыш, 2019 йылдан диктант бер нисә вариантта үткәрелә. Ҡатнашыусылар башланғыс кимәлдә белеүселәр, иркен аралашыусылар өсөн йәки төньяҡ-көнбайыш диалектындағы тексты һайларға мөмкин. Акцияла 400 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Башҡорт теле байрамы
Онлайн-платформалар ғаиләләргә бергә ҡатнашырға мөмкинлек бирә: балалар ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре менән диктант яҙа. Ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фотолары менән уртаҡлаша, бер-береһе менән ярыша.
Диктант һуңғы йылдарҙа ысын байрамға әүерелде. Кешеләр диктант яҙыу майҙансыҡтарына килә, бер-береһен ҡотлай һәм башҡорт йырҙарын тыңлай.
«Глобалләштәреү һәм технологиялар дәүерендә туған телебеҙҙең яңы кимәлгә сығыуы һәм яңы даирәләргә таралыуы бик мөһим. Һәр тел – айырым халыҡтың ғына түгел, ә бөтә кешелектең мираҫы. Быны аңларға, күрһәтергә һәм иҫбатларға тейешбеҙ. Шуға күрә һәр беребеҙ башҡорт теленән халыҡ-ара диктант кеүек мөһим сараларға ҡатнашырға һәм туғандарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы саҡырырға тейешбеҙ. Акцияла ҡатнашыу – туған телгә мөнәсәбәтебеҙҙең сағылышы», — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.
Халыҡтың ихлас ҡыҙыҡһыныуын йәшереп булмай. 2025 йылда 400 меңдән ашыу кеше башҡортса диктантта ҡатнашты. Был башҡорт теленең ышаныслы рәүештә һанлы дәүергә инеүен раҫлай. Быйыл ҡатнашыусыларҙың тағы ла күберәк булыуы көтөлә, сөнки проекттың географияһын киңәйә бара. Быйыл акцияға 615 офлайн-майҙансыҡ ҡушылды, ә ҡатнашыусылар өсөн дөйөм урындар һаны 31 400-ҙән ашыуыраҡ. Майҙансыҡтарҙың төп өлөшө Рәсәйҙә урынлашҡан (613 майҙансыҡ), шул уҡ ваҡытта акция халыҡ-ара кимәлгә лә сыға: диктантты Румынияла һәм Үзбәкстанда ла яҙырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция бөгөн, 17 апрелдә, онлайн- һәм офлайн форматта башлана. Диктант яҙыу БСТ, «Тамыр» телеканалдарында, «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ рәсми сайтта һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 11-ҙә башлана. Акцияла ҡатнашыусылар диктантты өйҙә лә яҙа ала.